Һаумыһығыҙ! "Сибай" йырын ишеткәнегеҙ бармы?
Йәшел генә сана, зыңғыр дуға,
Ектерһәнә, Фатимам, туратҡа.
Атайсалға ҡайтып, кантон булһам,
Ирешер инем, Фатимам, моратҡа...
Мин йәшерәк саҡта йырлай ҙа торғайным ул йырҙы. Сибайҙар үҙҙәренең Сибай сәсәне тураһында яҙып сыҡҡас, миндә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. һеҙгә лә үҙем белгәндәрҙе яҙайым әле.
Сибай сәсән.
Урыҫ булған яуыз алпауыттар
Башҡорттарҙың ерен үҙ итә.
Ә башҡортҡа, алдап- тартып алғас,
Ат сабыштырырлыҡ ер бөтә.
“Ирәндек тә тигән йылға буйы
Йәшел генә урман, туғайҙар.
Тимашев байҙан ҡалмаҫ ерҙәргә
Аяғыбыҙ баҫмаҫ, туғандар.
Атайсалым- тамыр йәймәҫ ерем,
Һине ташлап китәм ҡырҙарға.
Зар иламай китәм, көйгә һалып
Ҡарағайлы йырын йырларға.”
Ҡарағайлы буйы ҡуйы таллыҡ,
Гөл- сәскәле унда болондар,
Урал итәгендә Айсыуаҡтау
Һаҡлап ҡына торған урындар.
Ир уҙаман Сибай һәм Айсыуаҡ
Нигеҙ ҡорған ошо ерҙәргә.
Атайсалы кеүек ғәзиз була
Исемдәре ҡалыр ирҙәргә.
Тарих һаҡлай Сибай Тәнәҡәев,
Айсыуаҡ Мотаев мулланы.
Исемдәрен һаҡлай тау, урамдар,
Кемдәр белмәй Сибай ҡаланы?!
Сибай Тәнәҡәевтың улдары
Иң ҡәҙерле даны, дауамы.
Алты улы уның арҡаланыр
Заттарының затлы тамыры.
Киң далалы Ырымбур өлкәһе
(Элек) Үрге Урал өйәҙе
Сибай ауылында йәшәгәндәр
Тәнәҡәев нәҫел- нәсәбе.
Сибайҙан тыуған ғәййәр Үтәрбай
Баярҙарға ҡаршы юл алған,
Каторжан булып, Себер ҡыуылған,
Мәңгелеккә китеп юғалған.
Әле һүҙем Үтәрбайға түгел,
Улы Шәйәхмәткә ҡағыла.
Зирәк, отҡор булған малай өсөн
Белем ишектәре асыла.
Ун етеһе тулған, егет булған
Шәйәхмәтте оҙон юл көтә.
Ир-егеттәр оҫоллоғо менән
Писарь хеҙмәтенә төшөнә.
Ышаныслы, аңлы, грамоталы
Була заманында Шәйәхмәт.
Ауыл старшинаһы писаре ул,
Яҙғандары үҙе бер хикмәт
Хәл- ваҡиғаларҙы аныҡ теркәй,
Яҙғандары-тарих биттәре.
Йәш егеттең яңы асылалыр
Һөйөүенә күңел биктәре.
Егерме лә ике йәшлек егет,
Яңғыҙ булмаҫ ошо йәшкәсә.
Ҡаҙаҡ ҡыҙы Ҡәмбәрәне алып
Донъя ҡора, үҙе белгәнсә.
Ир-ҡатынлы булғас, йәшәйештең
Ҡабул була үҙ ҡанундары:
Теүәл йыл тигәндә йәш ғаиләне
Шатландырып тыуа улдары.
Писарь хеҙмәте лә алға бара,
Тәжрибә лә туплай етәрлек.
Инде кантон писаре лә була,
Ихтирам һәм хөрмәт өҫтәрлек.
Халыҡ араһында ғәҙеллеге,
Йор һүҙлеге менән дан ала.
Аҡһаҡалдар соғоллоғо менән
Фекер- уйын асып ул һала.
Ҡотләхмәт кантондың һигеҙ ҡыҙы
Һигеҙ яҡты йондоҙ шикелле.
Шул йондоҙҙар араһында берәү
Иң сибәре, йөҙө һипкелле.
Ҡарлуғас ҡанаты ҡыйғас ҡашлы
Керпектәре ҡуйы, сөм-ҡара.
“Ҡара муйыл кеүек күҙҙәреңде
Тултырыпсы миңә бер ҡара”
Күбекләнеп торған күбек кеүек
Күтәрелеп китә күңеле,
Йәшлек дәрте менән бик йыш тибә
Шәйәхмәттең асыҡ йөрәге.
Ун бер генә йәшлек Фатиманы
Ниңә генә күрҙе, күҙ атты?
Ярһыу йөрәккәйе хәтерләтте,
Тышауланып, сапмаҫ бер атты.
Фатиманы күҙе менән һөйөп,
Ҡараштары менән һөйләшеп
Әҙ үттеме Шәйәхмәттең көнө,
Йондоҙ менән төндә серләшеп?
Бер- береһен янып һөйгәндәргә
Юҡ икән шул бығау, тышауҙар.
Тыйып буламы ни ҡайнар хисте,
Кәртә буламы ни тыйыуҙар?
Кантон ғына ҡотолорға теләп
Алыҫҡараҡ ҡыуа писарен.
Йорт старшинаһы булған Шәйәхмәт
Ташламай ҙа йәне һөйгәнен.
Мең һигеҙ йөҙ илле өстә кантон
Шәйәхмәтте яуға ебәртә.
Ырымбурҙа яңы губернатор
Перовский менән ул яу үтә.
Дүрт йыл буйы Коканд ғәскәрҙәрен,
Ҡәлғәләрен тар-мар иткәндә
Шәйәхмәт Сибаев башҡорттарҙың
Тоғролоғон иҫбат иткән дә.
Һырдарьяның буйҙарында йәш ир
Аҡмәсетте һаҡлап данлана.
Зауряд-сотник хәрби дәрәжә
Ҡыйыулығы менән аҡлана.
Сит ерҙәрҙе атлап үткән саҡта
Тыуған яғын сикһеҙ һағына,
Һөйгән йәре Фатиманы уйлап,
Күңеленән йырҙар ағыла.
“Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар табып
Ҡайтыр инем, тауҙар артылып.
Эй, һағындым һине Фатимам
Кил ҡаршыма, таңдай атылып.”
Көҙҙөң һалҡынлығы беленмәй ҙә,
Ыжғыр ел дә тынып торғандай.
Яу юлынан ҡайтҡан ир- егетте
Ҡаршылайҙар яҡын туғандай.
Мәжлес ойоштороп хөрмәтләйҙәр,
Иҫән ҡайтыуҙарын хуплайҙар.
Оҙайлы ла яу йылдарын һынап,
Ағай- энеләре маҡтайҙар.
Дан- шөһрәткә сумып ята алмай
Ирәүәнләп тыуған яғында.
Ике айы ике көндәй үтә,
Ике һөйгән йәре янында.
Бындай сапҡынсыны бик күптәнән
Күрмәгәндәр Иҫке Сибайҙа.
Ҡыңғыраулы пар аттарҙа килгән
Губернанан вәкил Сибайға.
Ҡупшы тарантаслы сапҡынсыла
Ҡәтғи губернатор фарманы.
“Шәйәхмәт Сибаев ошо көндән-
Тамъян-Ҡатай иле кантоны.”
Тағы юлға, илдән айырылып,
Атайсалын күпкә ҡалдырып.
Юғарынан яңы тәғәйенләү,
Кантондарҙың һанын арттырып.
Ауыл халҡы Сибай биләненә
Оҙатырға сыҡҡас, Шәйәхмәт
Сәсәнлеген асып, йыр башлай:
“Мин бараһы ауыл- ул Рәхмәт.
Баш ҡайтмаҫлыҡ хәтәр яҡтар түгел,
Осрашырбыҙ, дуҫтар, мең рәхмәт!
Тауҙар араһында донъя көтөп,
Йәшәүемме булыр, ай, рәхәт?
Фатима ла йәнем, хушлашабыҙ,
Мәңгелеккә генә булмаһын.
Хоҙай насип итеп ҡауышырбыҙ,
Тик һөйөүең һүнеп ҡуймаһын”
Шәйәхмәт Сибаев өсөн хәҙер
Бурыстар ҙа тора юғары.
Кантон һынлы кантон Шәйәхмәттәй,
Ундай башлыҡ булған юҡ әле.
Типтәр халҡы уны тиккә генә
Хөрмәт итеп, данлап маҡтамай.
Биш- алты йыл кантон булғанында
Бер ниндәй ҙә ялыу яҙылмай.
Шулай булмай, күпме михнәт күреп
Үҫкән кеше, изге күңел ул.
Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы
Кешелекле ысын түрә ул.
Сабатаһын түрә түргә элмәй,
Баҫып тотмай ябай халыҡты.
Байҙар ҡыҫымынан йолҡоп алып,
Ғәҙеллекте яҡлай, хаҡлыҡты.
Кантон аҡсаһына ҡулын һуҙмай,
Ябай халыҡ өсөн ҡуллана.
Башҡа кантондарҙан айырмалы
Халыҡ араһында маҡтала.
Ауыл һайын дауахана аса,
Хәл- торошто унда яҡшырта.
Малайҙарға белем юлын һала,
Хыялдарын күккә аштырта.
Ауылдарҙа яңы мәктәп төҙөй,
Мөғәллимдәр етә ун дүрткә.
Бар башлаған эше алға бара,
Һағыныуын ҡуша ул дәрткә.
“Фатима ла һылыу, ҡара ҡашым,
Таң йондоҙом, төнөн һин айым.
Ҡыҙыл буйҙарында һыуҙар кисәм,
Һин булмағас, һинһеҙ һыуһайым.
Һарыларға һабышамын инде
Һағыныуға нисек түҙәйем?
Сит яҡтарҙа кәүҙәм йөрөһә лә,
Уй- хистәрем һиндә, йәнкәйем.
Илама ла, Фатимам, илама!
Һандуғас та булып һайрайым,
Бит алмаңдан үбеп йыуатырға
Ҡояш менән бергә ҡарайым.
Йәшел генә сана, зәңгәр дуға
Мин ектергән саптар туратта.
Елдәй елеп һине ҡайтып алам,
Сығып ҡына торсо был яҡта.”
Шулай тиеп, ҡуш сәләмен әйтеп,
Хаттар яҙған сәсән ...күңелдән.
Ысынында һөйгән Фатимаһын
Урлап ҡасҡан тыуған иленән.
Насип булмаған шул йәш ғаиләгә
Оҙаҡ йәшәү һөйөп- һөйөлөп.
Тик йырҙарын ғына тауҙар еле
Ҡабатлайҙар кеүек өҙөлөп.
Сибаев Шәйәхмәт контонлығы
Хайран итте ябай халыҡты.
Сибай кантон итеп бер иҫләһә,
Сибай сәсән булып танылды.
Сибай кантон –нәҫел ғорурлығы,
Яҡшы эше уны күтәрә.
Сәсән маһирлығы көслө итә,
Яуаплылыҡ өҫтәй түрәгә.
Сәсән булғанға ла күңеленән
Тик изгелек кенә ағыла.
Әйткән, биргән фармандарында ла
Халыҡ рухы, нуры сағыла.
Ир- уҙаман өсөн ҡыҫҡа ғүмер,
Мең балҡышлы була ҡасан да!
Дәүләт эшмәкәре, хәрби кеше,
Ижадсы ул, йырсы, Сәсән дә!
“Сибай” йырын йырлай мәшһүр йырсы,
Күҙ алдына килә Фатима.
“Илама ла, Фатимам, ай, илама
Кил, ултырсы минең атыма”